Республиканың район һәм ҡалаларында ниндәй хәлдәр бар? | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Республиканың район һәм ҡалаларында ниндәй хәлдәр бар?

Учалы районы хакимиәте вәкилдәре район һәм ҡаланан илдең төрлө юғары уҡыу йорттарында  уҡыусы студенттар менән осрашты.  Йәштәр эшкә районға ҡайтыу мөмкинлектәре, торлаҡ менән тәьмин итеү программалары тураһында белеште.

Хәйбулла. Күңелле һәм файҙалы ял минуттары. Студенттар араһында спартакиада быйыл да ойошҡан үтте. Йәштәр волейбол, милли көрәш, гер спорты, армрестлинг буйынса көслөләрҙе асыҡланы.

Яңауылда балалар баҡсаһында шәжәрә байрамы үтте. Бәләкәстәр атай-әсәйҙәре ярҙамында үҙҙәренең нәҫел ағасын төҙөгәйне. Тәрбиәселәр әйтеүенсә, шәжәрәне өйрәнеү үҙ-үҙеңде хөрмәт итеү ул. Ә ошондай  байрамдар үткәреү, нәҫел ептәреңде барлау, быуындар сылбыры араһында бәйләнеш булдырыу, йәш  быуынға тәрбия биреҙең мөһим бер сараһы.

Бөрөлә боронғо ҡорал һәм кейем күргәҙмәһе ойошторола. Уны республиканың эҙәрмән отрядтары ойоштора. Күргәҙмә совет һалдаттарын Афғанстандан сығарыуға арнала.



Последние новости

Яндекс.Метрика