Быйыл Ҡарауан-һарай тарихи-архитектура комплексы асылыуға 170 йыл тула | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Быйыл Ҡарауан-һарай тарихи-архитектура комплексы асылыуға 170 йыл тула

Башҡортостан өсөн ҙур тарихи-мәҙәни әһәмиәткә эйә йорттоң юбилейына әҙерлек бара. Тантаналы йыйын Ырымбур ҡалаһында үтәсәк. 1837 йыл. Ырымбур губернаторы Василий Алексеевич Перовский етәкселегендә башҡорт һалдаттарын урынлаштырыу, уларға бөтә уңайлыҡтар булдырыу йәһәтенән Ҡарауан-һарай төҙөлә башлай. Башҡорт Ҡарауан-һарайы Әзербайжан, Иран, Израилдәге ҡарауанһарайҙарҙан айырмалы, сауҙагәрҙәр туҡтау өсөн түгел, ә башҡорт хәрбиҙәренә тәғәйенләнә. Ғәскәр етәкселегенең канцелярияһы, Ырымбурға килеүсе башҡорттар өсөн ҡунаҡхана, училище һәм оҫтаханалар, ат тәрбиәләү өсөн аҫбарҙар һәм мәсет индерелә ҙур комплекс эсенә. Башҡорттар изге эшкә ирекле иғәнә йыя һәм  9 йыл дауамында төҙөлөш материалдары менән тәьмин итә, үҙҙәре лә төҙөлөштә ҡатнаша. Проект авторы итеп Перовский күренекле рус архитекторы Александр Брюлловты саҡыра. 1842 йылға мәсет манараһы һәм башҡорт тирмәһенә оҡшаш 8 мөйөшлө мәсет ҡалҡып сыға, ҡунаҡхана йорттары ла күтәрелә. Ҡарауан-һарайҙы эс һәм тыш яҡтан биҙәүгә 4 йыл ваҡыт китә. 1846 йылда ҙур йыйын йыйып Василий Перовский Ҡарауан-һарайҙың асҡысын башҡорттар ҡулына тапшыра. Башҡорттарҙың Перовский ҡулынан асҡыс алыу  күренеше балетмейстер Йәүҙәт Бикбирҙин ҡуйған “Ҡарауан-һарай” бейеүендә сағылыш тапҡан. 1812 йылғы Ватан һуғышынан еңеү менән ҡайтҡан любизарҙар , байрам күренештәре, күренекле ҡунаҡтар бейеүҙең уртаһында. Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле  17 сентябрҙә Ырымбурҙа үтәсәк юбилей тантанаһына бүләккә  “Ҡарауанһарай” бейеүен әҙерләй. Бейеү 170 йыл элекке тарихи ваҡиғаларға алып ҡайта. Ул бер нисә өлөштән тора. Бейеүҙә генерал Перовскийҙың, Игҙәков, Циалковский, Байыҡ сәсәндәрҙең яңғыҙ сығыштарын да күрергә мөмкин.Баш ҡала халҡы бейеүҙең премьераһын 15 апрелдә Башҡортостан дәүләт концерт залында күрә аласаҡ.Бейеүҙе сәхнәгә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динислам Исҡужин ҡуя.Йәүҙәт Бикбирҙин һалған бейеүҙәр үҙенсәлеге менән айырылып тора, ти бейеүселәр һәм йыш алмашынған күренештәр, төрлө образдары һәм ҡабатланмаҫ хәрәкәттәре өсөн ихтирам менән башҡарырға ынтыла.Тарихи-хореографик күренештә 16 пар һәм дүрт солист ҡатнаша. Бейеүселәр һәр хәрәкәтте бөтә оҫталыҡтарын һәм күңелен биреп башҡара.Ҡарауан-һарайын данлап башҡорттар йыр-риүәйәттәр ҙә ижад иткән. Уны һағынып ҡурайҙа уйнаған. Ситтә ҡалған ата-бабаларыбыҙҙың йортон ҡайтарыу өсөн бихисап рәсми ҡағыҙҙар әҙерләнгән, юлдар үтелгән, кешеләр ҡорбан ителгән. 1917 йылда февраль революцияһынан һуң Ҡарауан-һарай Башҡортостанға ҡайтарыла, унда ваҡытлыса Башҡорт хөкүмәте урынлаша. Хөкүмәт советы Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсерелгәндән һуң Ҡарауан-һарайҙа  Башҡорт педагогия техникумы ойошторола.  Унан Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Зәйнәб Биишева кеүек күренекле әҙиптәр уҡып сыға. 1924 йылда Ҡарауан-һарай комплексы йәнә Ырымбурға бирелә. Әлеге ваҡытта тарихи комплекс Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһенең уртаҡ йорто һанала. Унда өлкәнең бер нисә ойошмаһы урынлашҡан.



Последние новости

Яндекс.Метрика