Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау системаһына инеү шарттары үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау системаһына инеү шарттары үҙгәрә

Хәҙер программала Башҡортостанда даими йәшәгән һәм «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһы буйынса эконом класлы торлаҡ һатып алыуға хоҡуҡлы кешеләр категорияһына ҡараған граждандар ҡатнаша ала. Торлаҡ алыу ике этапта башҡарыла: аҡса йыйыу һәм артабан кредит алыу. Беренсе этапта программала ҡатнашыусы, банкта махсус иҫәп асып, ай һайын шунда аҡса һала башлай. Ошо аҡсаға дәүләт бюджеттан премия өҫтәй. Уның күләме — һалынған аҡсаның 30 проценты. Аҡса туплау осоро тамамланғас, ҡатнашыусылар йылына 6-7 процент өҫтәп түләү шарты менән ипотека кредиты алыу мөмкинлегенә эйә була. Социаль проект Башҡортостан Хөкүмәте башланғысы буйынса уртаса килемле граждандар өсөн торлаҡ һатып алыу мөмкинлеген арттырыу маҡсатында әҙерләнгән һәм төбәк бюджеты аҡсаһы иҫәбенә берлектә финанслау шарттарында ғәмәлгә ашырыла. 



Последние новости

Яндекс.Метрика