Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Йеменда балалар гуманитар көрсөк ҡорбанына әйләнде. ЮНИСЕФ вәкилдәре хисабында аслыҡ илдә иң төп проблема тип аталған. Ул 14 миллион кешегә янай. Йеменда йәшәүселәрҙең  иң ябай медицина ярҙамына ла өмөт итә алмай.

Сүриә курдтарының Демократик берлек фирҡәһен, Курдистандың эшсе фирҡәһен террор ойошмалары тип таныуҙан баш тартып Америка Яҡын көнсығышта ҡан ҡойошҡа булышлыҡ итә. Төркиә президенты бына ошондай белдереү яһаны. Шулай итеп, Төркиә сит ил эштәре министрлығына Америка илсеһе саҡыртылғас ике ил  араһындағы мөнәсәбәттәр һыуына башланы.

Халыҡ-ара валюта фонды Киевты финанслауҙы туҡтатыуы ихтимал. Был тәү сиратта Украинала коррупцияның көслө булыуына бәйле. Фонд етәксеһе Кристин Лагард  сәйәси ҡарарҙар ҡабул иткәндә Украина етәкселеге үҙ мәнфәғәттәрен өҫтөн ҡуя тип белдергән. Шуға ла 40 миллиард долларлыҡ ярҙам кисектерелеүе ихтимал.



Последние новости

Яндекс.Метрика