Рәсәй-Башҡортостан каналы «Автобусты фотоға төшөр» исемле акция иғлан итә | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Рәсәй-Башҡортостан каналы «Автобусты фотоға төшөр» исемле акция иғлан итә

Мәғлүм булыуынса, Яңы йылдан алып Өфө урамдарында Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһының логотибы менән биҙәлгән НефАЗ автобустары елдерә. Сағыу, үҙенсәлекле, хатта илһөйәрлекте лә сағылдырған логотиптағы Рәсәй флагының төҫтәре хәҙер республиканың төп йәмәғәт транспортын матурлай. НефАздың водителе лә автобусының хәҙер халыҡты үҙенә нығыраҡ йәлеп итеүен билдәләй.Ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәр төшөрөргә яратҡан ҡыҙ акция тураһында ишеткәс, шунда уҡ бер нисә фото эшләп инстаграмға һалып та ҡуйҙы.Настяның фотоһы акцияла тәүгеләрҙән. Һәр кем Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы тапшырыуҙарының геройы була ала. Бының өсөн акцияла ҡатнашыу ҙа етә. “Автобусты фотоға төшөр”   акцияһында ҡатнашыу өсөн бары тик беҙҙең логотип эленгән НефАз автобусы янында фотоға төшөргә һәм фотоһүрәтегеҙҙе #Автобусроссии хэштегын ҡуйып инстаграмға йә беҙҙең gtrk@gtrk.tv электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.  Беҙҙең каналдың символдарын Башавтотранс ойошмаһының 5 маршрутында күрергә була. Автобустарҙа холдингтың бөтә каналдарының логотиаптары ла күрһәтелгән. «Рәсәй-1», “Рәсәй-24”, “Рәсәй-мәҙәниәт”каналдары, шулай уҡ “Рәсәй-Радиоһы”һәм “Вести ФМ”да бар. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы логотиптары ҡуйылған автобустар янында фотоға төшөп акцияла ҡатнашҡан тамашасыларыбыҙҙың береһе “Өфө күрһәтә һәм һөйләй” тапшырыуында ҡатнашыу мөмкинлеге ала. Акция 30-сы апрелгә тиклем дауам итә. 



Последние новости

Яндекс.Метрика