Республиканың район һәм ҡалаларында ниндәй хәлдәр бар? | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Республиканың район һәм ҡалаларында ниндәй хәлдәр бар?

Яңауылда ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең республика семинар-кәңәшмәһе үтте. Унда үткән йыл башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар райондың алдынғы хужалыҡтарының эш тәжрибәһе менән дә танышты.

Учалы районы Ахун ауылында Урындағы халыҡ инициативаһына булышлыҡ итеү программаһына ярашлы балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөлдө. Быйыл райондың тағы ла бер-нисә ауылында ошондай уҡ майҙансыҡтар ҡуйыласаҡ.

Хәйбулла ла китап уҡырға яратыусылар  йыйын үтте.  Унда мәҙәниәт йылына йомғаҡ яһалды. Сарала әүҙем китап уҡыусыларға бүләктәр тапшырылды. Районда мәҙәниәт йылына арнап  бихисап сара үткәрелгән.



Последние новости

Яндекс.Метрика