Урал аръяғын үҫтереү программаһы тағы ла 5 йылға оҙайтылды | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Урал аръяғын үҫтереү программаһы тағы ла 5 йылға оҙайтылды

Проект яңы предприятиелар асырға, кешеләрҙе эш урындары менән тәьмин итергә тейеш. Әммә, тормошҡа ашырылған осорҙа ҡайһы бер ойошмалар ҡағыҙҙа ғына ҡалды, кешеләр ситкә китеп эшләүен дауам итә. Ни өсөн программа яҡшылап эшләмәй. Күгиҙел мәктәбендә балалар ата-әсәләренең ниндәй һөнәр эйәләре икәнен дә, ҡайҙа эшләгәнен белмәй. Ауыл халҡы хәҙер мал да тотмай. Улар әйтеүенсә, эре мал ҡарауҙан файҙа юҡ. Кешеләр һөттө һәм итте ҡайҙа һатырға белмәй. Элек совхоз булғанда  бында эшһеҙҙәр булмаған.  Ә хәҙер халыҡ ситкә йөрөп эшләй.Ваҡытында бында ферма булған. Дөйөм алғанда унда 1 мең 200-гә яҡын эре мал тотҡандар.  Совхоз тарҡалғас, комплекс  та яйлап емерелә башлай. Заманында гөрләп торған ферма урынында хәҙер стеналар ғына ҡалған.Эш булмағас кешеләр Урал аръяғынан күпләп күсеп китә. Бигерәк тә йәштәр эш эҙләп себер тарафтарына юллана. Вилдан Ғүмәров атаһы менән бергәләп өс йыл инде ситкә йөрөп эшләй. Йәш егет ауылда хеҙмәт урындары булдырылһа, ҡайтып эшләргә риза.Төбәктә яңы эш урындары, предприятиелар асыу маҡсатында Урал аръяғын үҫтереү программаһы ҡабул ителде. Ошо арауыҡ эсендә бер нисә ойошма барлыҡҡа килде. Әммә, ҡайһы берҙәре әле һаман эшләмәй. Мәҫәлән, Темәс ауылында 186 миллион һумлыҡ һөт заводы төҙөлдө. Унда кәмендә 30 кеше эшләргә тейеш ине. Әммә,  бер ҡарауылсы өсөн генә хеҙмәт урыны булдырылған. Был мегаферма яңы ғына эшләй башлаған. Һыйырҙарҙы бер нисә ай элек кенә килтергәндәр. Ә ферманы 4 йыл элек төҙөп бөткәндәр. Ошо ваҡыт эсендә бында бер нисә тапҡыр етәкселәр алмашынған. Кешеләрҙе эшкә йәлеп итеү мәсьәләһе лә киҫкен булған.Әммә, бөтә инвесторҙар ҙа үҙ эшенә яуаплы ҡарамай. Урындағы етәкселәр билдәләүенсә, күпселек предприятиелар инвесторҙар ғәйебе арҡаһында асылмай ҡалған. Әйткәндәй, уларҙың ҡайһы берҙәре сит төбәктәрҙә һәм яҡын сит илдәрҙә йәшәй. Уңышлы эшләгән предприятиелар ҙа юҡ түгел. Урал аръяғын үҫтереү программаһы эшләй башлағандан алып 10 меңгә яҡын кеше хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән. Мәҫәлән, эшҡыуар Анатолий Макаров йыл ярым эсендә аяҡҡа баҫҡан. Хәҙер ул продукцияһын Рәсәй төбәктәренә һәм сит илдәргә оҙата. Ауыл халҡы ситкә китмәйенсә эшләргә теләй. Әммә, әлегә барыһын да эш менән тәьмин итерлек предприятиелар юҡ. Урал аръяғын үҫтереү программаһының оҙайтылыуы киләсәктә ошо мәсьәләне хәл итер, тип көтөлә. Шул ваҡытта, ата-әсәләренең эшләп йөрөгәнен күргән балалары уларҙың ниндәй һөнәр эйәләре икәнен әйтә аласаҡ. 



Последние новости

Яндекс.Метрика