“Өфө” халыҡ-ара аэропорты Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан тип танылды | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

“Өфө” халыҡ-ара аэропорты Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан тип танылды

Баш ҡаланың һауа ҡапҡаһы милли конкурста бер юлы ике номинацияла еңеү яуланы. Өфө аэропорты уңыштарында уның өлөшө лә юҡ түгел. Хеҙмәт юлының утыҙ ете йылын баш ҡаланың һауа вокзалын  үҫтереүгә бағышлаған Зифа Ильясова Башҡортостан аэропортының Рәсәй кимәлендә еңеү яулауына ҡыуанысын йәшермәй. Екатеринбург, Силәбе, һамар, Түбәнге Новгород, Төмән һәм башҡа бихисап аэровокзалдар араһында Өфө аэродромының иң яҡшыһы тип танылыуы өсөн, әлбиттә, тиҫтәләгән позицияла тәүгеләрҙән булыу кәрәк. Өфө аэропорты ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында уҡ ҙур һынау үткәйне. Ул саҡта баш ҡала донъялағы иң ҙур пассажир самолеттарын да ҡабул итә алды.Заманса шарттарҙа — заманса ысулдар. Өфөнөң һауа вокзалында хәҙер һәр юлсы билеттарҙы теркәүҙе үҙ көсө менән башҡара ала. Бынан тыш  һәр пассажир хеҙмәтләндереү сифатына махсус төймәләр ярҙамында баһа бирә.  Өфө аэропортын Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип таныу Башҡортостандың транспорт системаһына иғтибарҙың федераль кимәлдә етди икәнлеге тураһында һөйләй. Сифатлы хеҙмәтләндереү өсөн хәҙер Өфөлә “серле юлсы” ысулын да ҡулланырға уйлайҙар. Был алым пассажирҙар өсөн төп мәсьәләләрҙе аныҡарға ярҙам итергә тейеш.



Последние новости

Яндекс.Метрика