Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка менән Төркиә араһында мөнәсәбәттәр һыуына. Төркиә Ҡушма Штаттарҙың курд төркөмсәләрен утҡа тотоуҙы туҡтатырға саҡырыуына ҡолаҡ һалырға теләмәй.  Был отрядтар ИГИЛ, Әль-Ҡаиданың террор төркөмсәләренә ҡаршы һуғыша. Шуға ла Америка уларҙа төрлөсә ярҙам күрһәтергә тырыша.

Колумбия етәкселеге Зика киҙеүе таралыуға етди борсолоу белдерә. Илдә 32 мең кеше ошо ауырыуҙы йоҡторған. Уларҙың 5 меңе ауырлы ҡатындар. Бразилияла  киҙеүҙе таратыусы серекәйҙәргә ҡаршы милли көн иғлан ителде. 200 меңгә яҡын хәрби урамға сығып серекәйҙәргә ҡаршы көрәштең мөһимлеге тураһында һөйләне.

Яңы Зеландияла ер тетрәгән. Ошо сәбәпле ярҙа ҡаялар сатнап емерелгән. Йорттарға зыян килгән. Рәсәй фәндәр академияһының геофизик хеҙмәте ер тетрәү эпиценты 2011-се йылды тәбиғәт ҡазаһынан ныҡлы зыян күргән Крайстчер ҡалаһынан йыраҡ түгел генә теркәлгән, тип хәбәр итә.

Маша һәм айыу мультфильмы донъяны яулай. Ул 25 телгә тәржемә ителгән, уны 100 илдә күрһәтәләр. Бер серияһын ғына интернет селтәрендә 1 миллиард кеше ҡараған. Рус халыҡ әкиәтенә нигеҙләнеп төшөрөлгән йәнһүрәттең ютубтағы рәсми каналын 6 миллиард 500 миллион кеше ҡараған.



Последние новости

Яндекс.Метрика