Бөгөн Башҡортостан башлығы хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Бөгөн Башҡортостан башлығы хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы

Дүрт тиҫтәнән ашыу кешенең фиҙаҡәр хеҙмәте орден, почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән баһаланды. Рөстәм Әхмәтйәновтың бар ғүмере милли оркестр менән бәйләнгән.  Үҙемде башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым , ти ул.  Арыу-талыу белмәй оҙаҡ йылдар республикаға хеҙмәт иткәне өсөн Рөстәм Зигфрид улы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен алды.  Юғары баһаға  лайыҡ булыусылар араһында етәкселәр ҙә, ябай эшселәр ҙә,  уҡытыусылар ҙа,  сәнғәт вәкилдәре лә бар ине.Бер төркөм хеҙмәт алдынғылары Республиканың Почет грамотаһы, маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде. Улар араһында сәсәниә, башҡорт фольклорына тос өлөш индереүсе Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы ла бар.Рөстәм Хәмитов бүләкләнеүселәрҙе  тәбрикләп, тәү сиратта уларға уңыштар теләне. Башҡортостандың үҫеше — тап ошондай шәхестәрҙең тынғыһыҙ хеҙмәте менән бәйлелеген билдәләне. Бөгөн  47 кеш Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары менән бүләкләнде.. Төрлө тармаҡтарҙа эшләһәләр ҙә уларҙы һөнәри оҫталыҡ, яуаплылыҡ һәм хеҙмәткә тоғролоҡ кеүек күркәм сифаттар берләштерә.



Последние новости

Яндекс.Метрика