Беләҙек, түшелдерек, һырғалар | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Беләҙек, түшелдерек, һырғалар

Өфө ювелир оҫтаханаларында уларҙы тергеҙеп заманса биҙәүестәр яһаусы оҫталар ҙа бар. Хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина зауыҡлы  эш серҙәренә төшөндө.Марат Шахаев оҫта ювелир. Ун биш йылдан ашыу яратҡан эше менән шөғөлләнә. Бында иң мөһиме түҙемлек һәм теүәллек, ти ул. Биҙәүестәрҙең һәр береһе үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ. Ҡупшылары заманса күлдәктәргә айырым биҙәк өҫтәйәсәк. Беләҙек, һырға, түшелдеректәрҙә иһә аҡыҡ, мәрйен таштары өҫтөнлөк алған. Халҡыбыҙҙа  көмөшкә өҫтөнлөк бирелгән, сөнки, ул күҙ тейеүҙән һаҡлай тигән һынамыш бар. Көмөш ҡара көстәрҙе ҡыуып ебәреүгә һәләтле тигән ырым да булған. Шуға ла ен-шайтан ҡағылмаһын өсөн, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары көмөштән һырға, беләҙек, йөҙөк тағып йөрөгән.Ошондай  затлы биҙәүестәрҙе яһарға бер аҙна тирәһе ваҡыт китә. Бындай ҡатмарлы эш ҙур оҫталыҡ, иғтибар талап итә. Борон өләсәйҙәребеҙ таҡҡан алҡа- һырғалараға, беләҙектәргә оҡшатып яһалған заманса биҙәүестәр ҡатын-ҡыҙға тағы ла гүзәллек өҫтөй.



Последние новости

Яндекс.Метрика