Благовещенда халыҡ үҙ аҡсаларын ҡайтарыуҙы талап итә

Ҡалала йәшәүселәр “Эдем” сәйәхәт агентлығына  ышанып,  йөҙҙәрсә мең һум аҡсаһын юғалтҡан. Уҙған йыл Фәрзәнә Мираҫова ҡыҙы һәм ейәнсәре менән менән оҙон юлға сыҡмаҡсы булып, тап ошо турист агентлығына барып эләгә. Аквалоо курортындағы ял өсөн ханым йөҙ мең һум аҡсаһын сығарып һала. Ҡомло пляж, бер нисә бассейн, аквапарк – быларҙың барыһы ла тап диңгеҙ ярында ғына урынлашҡан. Тик әкиәт мөйөшө урынына күңелһеҙ хәл көтә сәйәхәтселәрҙе. Фирма хеҙмәттәре алдаҡ булып сыға.Ҡатын кеше үҙ вәғәҙәһендә тоғро ҡалып яҡындарын барыбер диңгеҙ буйына алып бара. Тик  бының өсөн уларға кредит алырға тура килә. “Эдемға” түләнгән аҡсаларҙы ла кире ҡайтара алмайҙар. Благовещенда тағы ла тиҫтәләгән кеше хәҙер агентлыҡтан үҙ иғәнәләрен кире дәғүәләй.  Регина Әхмәрова, мәҫәлән, Сочиҙағы өс көнлөк ял урынына Благовещенда ҡалған. Төп сәбәп – әлеге лә баяғы ожмах ялын вәғәҙәләгән “Эдемда” .Благовещен туристары барлыҡ ғәйеп агентлыҡ етәксеһе Екатерина Карачевала, тип иҫәпләй. Күптәр компания хужаларын судҡа биреп, үҙенең дөрөҫлөгөн дәлилләһә лә, аҡсаларҙы кире ҡайтарыу һаман да икеле.  Сөнки, “Эдем”дың етәкселеге суд приставтарынан ҡасып йөрөй. Барлыҡ эш бурысты түләргә кәрәк, тигән ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйыу менән тамамлана. Благовещен туристары иһә хәҙер полиция органдарынан ярҙам һорай.  



Последние новости

Яндекс.Метрика