Өфөлә кино йылына арналған сара уҙҙы

Ҡунаҡтар совет һәм Рәсәй режиссерҙарының иң ҡыҙыҡлы фильмдарынан өҙөктәр ҡараны, үҙ-ара фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты. Йәш, талантлы режиссер Айнур Асҡаров күптәргә ҡыҫҡа метражлы „Еңмеш„ фильмы аша таныш.  Бихисап  фильмдар авторы иһә Кино йылына яңы өмөттәр бағлай. Сараның бер өлөшө башҡорт кинематографияһы үҫешенә арналды. Тамашасылар республиканың танылған режисерҙары һәм актерҙары менән аралашып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды.  Һинд режиссеры – Сарфараз Али ҙа башҡорт ерендә кино төшөрөргә теләген белдерҙе. Фойела урын алған үҙенсәлекле экспонаттар, кино тарихын бәйән иткән картиналар берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Бында ҡунаҡтар заманса һәм боронғо кино төшөрөү ҡорамалдары менән танышты. Мәҫәлән, ошондай аппараттар 1980-се йылдарға тиклем ҡулланылған. Улар үҙҙәренең ҙурлығы, ауырлығы һәм көслә тауышы менән айырылып торған.Кино төшөрөүселәр өсөн тематик йыл ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн өмөттәр уятһа, тамашасылар иһә фәһемле фильмдар көтөп ҡала.



Последние новости

Яндекс.Метрика