К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә хәрби флот музейы асылды

Башҡортостандың армия һәм флотҡа тиҫтәләгән адмирал һәм генералдар үҫтереп биреүе хаҡындағы мәғлүмәттәр һуңғы йылдарҙа ғына барлыҡҡа килде. Уларҙың фото һүрәттәре яңы асылған хәрби флот музейында урын алды. Республиканың Диңгеҙселәр Йыйылышына Мәскәү дәүләт һыу транспорты академиһының Өфө филиалы ярҙам итте. «Флот көсәйгәндә ил дә нығына»,-тигәйне үҙенең бер сығышында Рәсәй Президенты Владимир Путин.Был пультҡа ҡарағанда,заманса технологиялар менән бергә флот та яңыра.Океандар ҙа бит ябай инеш һәм йылғаларҙан башлана. Шуның өсөн ни бары  йылға флоты белгестәрен әҙерләүсе уҡыу йорто ерлегендә тороп, хәрби флот хаҡында һүҙ алып барыуға ғәжәпләнергә кәрәкмәйҙер.Әйткәндәрҙе раҫлау өсөн тағы ла бер миҫал. Мәскәү дәүләт һыу транспорты академияһының Өфө филиалы курсанты Роман Сафуанов киләсәктә йылға флотында эшләргә, ә уның һабаҡташы Максим Евдокимов хәрби диңгеҙ училищеһына барырға хыял итә.Улар икеһе лә «Йәш патриот» миҙалы менән бүләкләнде.Уҡыу йортонда асылған музей ҙа ҙур башланғыстарға юл асасаҡ.Байрамға килеүселәр күптән көткән мәл – хәрби флот музейын асыу тантанаһы.Әлегә ул күргәҙмә әйберҙәрҙән генә тиерлек тора. Башҡортостандан 34 адмирал һәм генерал сығыуы музейҙы ойоштороусылар өсөн дә оло ғорурлыҡ.Адмиралдар Маслов, Ралль, Сержанин, Мөхәмәтшин һәм башҡа бик күптәр Башҡортостан данын тағы ла юғары күтәрҙе һәм күтәрә.Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ярҙамында илдә бер нисә быуын тәрбиәләнде. Был традицияны бөгөн башҡа быуын кешеләре,башҡа һуғыш һәм локаль конфликттар ветерандары дауам итә.Быуындар бәйләнеше.Контракт хеҙмәте барлыҡҡа килһә лә,был һүҙҙәр армия һәм флот өсөн актуаллеген бөгөн дә юғалтмай.Флот өсөн бигерәк тә. Ни өсөн тигәндә,ул крейсерҙарҙан тыш пехотаһы ла, авиацияһы ла, десанты ла, ҡоро ерҙә ракетия-артиллерия ғәскәрҙәре лә булған берҙән-бер хәрби көс. 

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика