Теле барҙың иле бар

Республикала башҡорт телен үҫтереү  йәһәтенән ниндәй эштәр алып барыла?  Уҡытыусылар, тел белгестәре, яҙыусылар Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһында  ҡорға йыйылды. Унда телем, халҡым тип янған әҙип Рәми Ғарипов исемендәге премия ла тапшырылды.  Быйыл уға филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова лайыҡ булды. Түңәрәк өҫтөлдә шулай уҡ кино йылында төшөрөләсәк фильмдар, уларҙың әсә телен үҫтереүгә булышлыҡ итеүе хаҡында, башҡорт телендә дөрөҫ, хатаһыҙ һөйләшеү тураһында   һүҙ барҙы.



Последние новости

Яндекс.Метрика