Ағиҙелдең Өфө ярында ял итеү халыҡ именлеге өсөн хәүефһеҙ түгел

Башҡортостандың төп һыу артерияһы буйын тәртипкә килтереү миллиондан ашыу кеше йәшәгән мегаполис өсөн айырым әһәмиәткә эйә. Өфө өсөн иң мөһим төҙөлөш проектын бойомға ашырыу барышы менән хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтулин да танышты.  Йөҙәрләгән кеше, тиҫтәләрсә берәмек машина, меңдәрсә тонна таш-ҡом. Ағиҙел ярын нығытыу өсөн тәүлек әйләнәһенә тиерлек барған эштәрҙең тәүге һөҙөмтәһе лә бар. Юность спорт комплексынан  Пугачев  урамына тиклем арауыҡта  оҙонлоғо уртаса 12 метр булған йөҙҙәрсә бағана  ултыртыласаҡ. Яңы ҡоролмалар баш ҡаланы һыу баҫыуҙан һәм яр ишелеүҙән һаҡлаусы төп ысул. Төҙөлөш барышын күҙәтеү,  проекттағы  һәр билдәне ғәмәлгә күсереү айырым иғтибарҙа. Силәбенән килтерелгән эре таштар, Башҡортостан карьерҙарында табылған ҡом һәм ҡырсын да тейешле талаптарға яраҡлы. Оҙонлоғо ике саҡрымдан ашыу булған юл ике йылдан ҡулланыуға тапшырыласаҡ. Проектҡа хәҙер күҙәтеү органдары ғына түгел, ә тәбиәғәт тә баһа бирәсәк. Торбалар һәм нығытылған яр быйылғы ташҡынды имен үтерә тейеш. 2017-се йылға тиклем иҫәпләнгән муниципаль килешеү буйынса төҙөүсөләр Ағиҙел ярын  нығытып бөтөргә тейеш.  Сөнки, йылға буйында бөгөнгәсә һаҡланып килгән бетон плитәләр хәҙер халыҡ именлеген тәъмин итә алырлыҡ түгел. Төҙөкләндереү эштәре тамамланғас, баш ҡаланың көнъяҡ өлөшөнә һыу баҫыу ҡурҡынысы бөтөнләй янамаясаҡ. Яр ишелеү хәүефе лә юҡҡа сығасаҡ. 



Последние новости

Яндекс.Метрика