Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында курдтар полиция менән бәрелешкән. Диярбаҡыр ҡалаһында хакимиәттәр индергән комендант сәғәтенә ҡаршы  демонстранттар акция үткәргән. Полиция күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған.

Американың көньяғына бер-нисә торнадо ябырылған. Кәм тигәндә өс кешенең һәләк булыуы тураһында хәбәр ителә. Тиҙлеге сәғәтенә 300 саҡырымға еткән ел йорттарҙы алып осорған, машиналарҙы әйләндергән, электр линияларын өҙгән.

Мексикала экологтар балыҡсылар селтәренә уралған 10 метрлыҡ китты ҡотҡарған. Ил хөкүмәте бындай кәсепте тыйһа  ла  урындағы халыҡ киттарҙы тотоу өсөн тап ошондай ысул ҡуллана.

Намибияла носорог автомобилгә һөжүм иткән. Был мәлде турист видеоға төшөрөп алған. Йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Әммә джип ныҡ ҡына зыян күргән. Туристарҙың ҡото осҡас гид был урындан тиҙерәк ҡасыу яғын ҡарай. 



Последние новости

Яндекс.Метрика