Хоҡуҡ һаҡлаусылар балыһын үлтергән ҡатынды эҙләй

Стәрлетамаҡта табылған сабыйҙың үлемендә  ҡатнашлыу ихтималлығы булған ҡатынды видеокамералар төшөрөп алған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡала дауаханаһы янында яңы тыуған бала мәйете табылды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса,  йәш әсә ошо рәүешле балаһынан ҡотолорға булған. Экспертиза һөҙөмтәләренән күренеүенсә, бала тыуғанда тере була. Ҡот осҡос хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.  Хоҡуҡ һаҡлаусылар күҙәтеү камераларына төшөрөлгән видеояҙма енәйәтсе ҡатынды табырға ярҙам итер тигән өмөттә. Был видео 24 февраль иртән дауахана камераларына яҙҙырылған. Унан күренеүенсә, дауаханаға пакет тотҡан ҡатын инеп китә. Ишекте асыр алдынан ул ян-яғына ҡарана. 24 секунд үтеү менән бинанан кире сыға. Тәфтишселәр видеолағы ҡатын тураһында ниндәй ҙә мәғлүмәт белеүселәрҙе экрандарҙа яҙылған телефон буйынса шылтыратыуҙарын һорай. 



Последние новости

Яндекс.Метрика