Ҡайҙа тыуған-шунда кәрәккән

Йәрмәкәй районының Ҡулбай ауылында йәшәүсе Мифтаховтар тоҡомло мал аҫырап, табыштарын барлай. Хужалыҡты үҫтереүгә республиканың маҡсатлы прогаммаһында ҡатнашыу ҙа ярҙам иткән. 

Күпләп мал аҫырау, ер эшкәртеү, кәсеп итеү Мифтаховтарҙың нәҫеленән килә. Ауыл ерендә аҡса эшләйем тигән кешегә бар мөмкинлектәр ҙә бар, тик тырышлыҡ менән һаулыҡ ҡына кәрәк ти, фермер. Уңған хужа бәләкәй генә мал һарайын ҙур фермаға әйләндергән. Әлеге ваҡытта бында эре мал һаны ғына ике йөҙгә яҡын, ә йылҡы малы йөҙ баштан артып киткән. Малсылыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр тәү сиратта мал аҙығы әҙерләүгә иғтибар итергә тейеш ти, фермер. Хужалыҡта һәр саҡ ҡышҡы миҙгелгә етерлек итеп бесән-һалам, фураж, сенаж туплайҙар.  Хужалыҡ башлыса ит етештереү менән мәшғүл. Киләсәктә һөт ризыҡтарын һатыу ҙа күҙ уңында тотола. Үткән йыл Фәнүр Мифтахов бер миллион 800 мең һумлыҡ грант та алған.  Бүленгән аҡсаға фермер 20 баш тоҡомло тана ала, әле иһә улар быҙаулап килем килтерә башлаған да инде. Хужа киләсәктә мал башын бер-нисә тапҡыр арттырырға планлаштыра.



Последние новости

Яндекс.Метрика