Мәскәү-Өфө самолетында сираттағы күңелһеҙ хәл

Рейс пассажирҙарының береһе бортҡа иҫереп еңелсә генә  күлмәктә килеп инә. Хоҡуҡ һаҡлаусылар уны бер-нисә минут тирәһе самолеттан сығырға өгөтләй. Ҡатын иһә бер ҡайҙа ла сыҡмаясағы, тиҙерәк ҡайтырға теләүе тураһында белдерә. Ә борт командирының иҫерек пассажир менән осорға теләмәүен миңә барыбер тип кенә аңлата. Самолет экипажы саҡыртҡан полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатынды борттан алып сыға, тип хәбәр итә рен тиви каналы.



Последние новости

Яндекс.Метрика