Башҡортостанда гүзәл заттар сәскәһеҙ ҡалмаясаҡ

Урындағы сәскә үҫтереүселәр ҡатын-ҡыҙҙар өсөн гөлләмә  әҙерләй башлаған. Бында матурлыҡҡа ғашиҡ, күңелдәре ижади күркәмлеккә, тормошто тик сағыу төҫтәр аша күрергә ынтылған гөл-сәскә яратыусы кешеләр эшләй. Уларҙың береһе – Рәмзиә Шәмсетдинова.Сәскә үҫтереү ижади һәләт, физик көс талап иткән йүнәлеш. Тюльпанды Голландияның символы, тип беләбеҙ. Әммә был сәскә унда ни бары XVI быуатта ғына барып эләккән. Гөлдө урындағы сауҙагәрҙәр Төркиәнән алып ҡайтҡан, тәүҙә уларҙың хаҡы аҫылташтар һәм ҡиммәтле металдарҙан да ҡыйбатыраҡ булған. Әлеге көндә иһә яҙ байрамдарын был нәзәкәтле гөлдәрҙән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.Тюльпан — иң тиҙ үҫеүсе үҫемлектәрҙең береһе. Бер тәүлек эсендә ул ике сантиметрға тиклем үҫә.  14-се ғинуарҙа ултыртылған сәскәләр хәҙер иһә киҫеп алырға яраған.  Әле сәскәләре ныҡлап асылмаған тюльпандар һалҡын бүлмәлә һаҡлана. Ошондай гөлләмә яһар өсөн 10 минут ваҡыт кәрәк. Кистән һыуҙа ҡалдырылған гөлдәрҙең иң матурҙарын алып кәрзин эсендәге пеолорф эсенә теҙәбеҙ// Бында сәскә төҫтәрен дөрөҫ һайлау ҙа мотлаҡ. Ғәҙәттә бер гөлләмә 15 сәскәнән тора.Уларҙан төрлө композиция яһарға мөмкин. Әлбиттә, һәр гөлләмә лә һыу „ярата„ көн һайын уларҙы туҡландырып тороу, сәскәләрҙең ғүмерен оҙайтасаҡ.



Последние новости

«Серебро» Олимпиады уже в Уфе | ГТРК «Башкортостан»

«Серебро» Олимпиады уже в Уфе

9 минут 8 секунд назад
Яндекс.Метрика