Татарстан көйәрмәне Никлас Сведбергтың күҙенә лазер менән яҡтыртҡан

Аҡ Барс менән Салауат Юлаевтың уйыны ваҡытында көйәрмәндәрҙең береһе юлаевсыларҙың ҡапҡа һаҡсыһы Никлас Сведбергтың күҙенә лазер менән яҡтыртҡан.Беҙҙең баш тренер Игоь Захаркин был хәлде иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Тәртипһеҙ көйәрмәндәр Татарстан хоккей клубының абруйын төшөрә тине ул.  Үткән уйында еңелгәндән һуң Салауат Юлаев клубының тренерҙар штабы  команда составына әллә ни үҙгәрештәр индермәгәйне. Тәүге шайбаны Линус Умарк индерҙе. Сергей Соин иһә иҫәптә нығытып ҡуйҙы. Беренсе осорҙа уҡ юлаевсылар ике гол менән Аҡ барс хоккейсыларын психологик яҡтан һындырҙы. Иҫәп 4 кә бер. Беҙҙең файҙаға.  Юлаевсылар иртәгә лә еңһә, Аҡ Барс төшөп ҡала.  



Последние новости

Яндекс.Метрика