Чебоксар ҡалаһында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә көрсөккә ҡаршы план ҡабул ителде

Сыуашстандың баш ҡалаһында хеҙмәт баҙарындағы хәл һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү саралары тикшерелде. Дмитрий Медведев әйтеүенсә, көрсөккә ҡаршы план хеҙмәт баҙарын яҡлау программаларын өҫтәмә финанслауҙы күҙ уңында тота. Был маҡсатҡа төбәктәргә федераль ҡаҙнанан 3 миллиард һум аҡса бүленә. Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, төбәктә халыҡты эш менән тәьмин итеү өлкәһендә хәл тотороҡло булып ҡала.



Последние новости

Яндекс.Метрика