Республика йәмәғәтселеге бөгөн виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдиновты һуңғы юлға оҙатты

Роберт Абдрахман улы Заһретдинов Роберт Заһретдинов 1932 йылда Мәсетле районы Әзекәй ауылында тыуған. Свердловск педагогия институтының музыка факультетын тамамлай. Өфө педагогия училищеһында эшләй. Башҡорт халҡының ҡумыҙ музыка ҡоралын тергеҙә. Концерттар менән Германия, Италия, Монголия, Норвегия, Швейцария, Финляндияла сығыш яһай. Роберт Заһретдинов – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ һәм РБ мәғариф алдынғыһы, халыҡ-ара өзләү фестивалдәрендә еңеүсе, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» халыҡ-ара конкурсында биш тапҡыр лауреат исемен яулаусы. 



Последние новости

Яндекс.Метрика