Башҡортостандың иң яҡшы табиптары билдәләнде

 Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2015 йылға йомғаҡ яһаны һәм хеҙмәт алдынғыларын атаны. Уларҙың барыһы ла үҙ эштәренә ғашиҡ кешеләр.

Геннадий Грачев республика онкология диспансерында эшләй. 60-сы йылдарҙа йәш белгес булып хеҙмәт юлын башлаған табип хәҙер инде эндоскопия бүлегенә етәкселек итә. Тап уның тикшеренеүҙәренән һәм дөрөҫ диагноз ҡуйыуына кешеләрҙең киләсәге бәйле.Белгес менән йәшерәк табиптар һәр ваҡыт кәңәшләшә. Ә ҡайһы берҙәренә ул остаз да булып тора. Оҙаҡ йылдар эш урынын алыштырмай эшләгәне һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн Геннадий Грачев Һөнәренә тоғро номинацияһында еңеп сыҡты.Гүзәл Әхмәтоваға етлекмәй тыуған балалар һәм уларҙың әсәләре менән эшләргә тура килә. Республика клиник балалар дауаханаһына ундайҙарҙы бөтә Башҡортостандан килтерәләр. Һөнәре ауыр булыуға ҡарамаҫтан, белгес эшен яратып башҡара. Әйткәндәй, юғары категориялы табип иң яҡшы неонатолог тип танылды. Квалификациялы белгестең эш һөҙөмтәһе менән әсәләр ҙә ҡәнәғәт.Иң яҡшы балалар онкологы номинацияһында, шулай уҡ, республика клиник балалар дауаханаһы табибы Владимир Махонин еңеп сыҡты. Тап уның эшмәкәрлеге сабыйҙарға һәм уларҙың ата-әсәләренә яңы ғүмер бүләк итә.2015 йылда Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығына конкурста ҡатнашыу өсөн барлығы 120 ғариза тапшырылған булған. Шуларҙың бер нисәүһе генә иң яҡшыһы тип танылды. Тиҙҙән, алдынғы белгестәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтәсәк. Уларҙың ҡайһы берҙәре Рәсәй конкурсында башҡортостан данын яҡлаясаҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика