Башҡортостанда намыҫһыҙ риелторҙар хөкөм ителә

Республика Прокуратураһы 11 кешегә ғәйепләү ҡарары сығарҙы. Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡара риелторҙар эскесе йәки наркомандар йәшәгән, шулай уҡ төрмәлә ултырған, коммуналь түләүҙәр буйынса ҙур бурыстары йыйылған фатир хужаларын асыҡлап, ялған ышаныс ҡағыҙҙары тултырып ошондай проблемалы торлаҡты үҙ милкенә күсереп һатыу менән шөғөлләнгән. Шулай итеп, мутлашыусылар Өфөлә һәм Салауатта 16 фатирҙы хосусилаштырған. Элекке фатир хужаларына 12 миллион һум зыян килтерелгән. 



Последние новости

Яндекс.Метрика