Өфөлә дүрт кешенең ғүмерен өҙгән янғын электр сымдарының ҡыҫҡа ялғанышы арҡаһында сыҡҡан.

Әммә тәфтишселәр, башҡа сәбәптәр булыуы ихтималлығын да күҙ уңынан сығармай. Мәҫәлән, ут менән һаҡһыҙ эш итеү. Һәләк булыусылар алкоголле эсемлектәр менән  дә мауығырға яратҡан, ти күршеләре. Йорт эсе тулыһынса янып бөткән.  Янғын ялмап алған коттеджан дүрт кеше генә сығып ҡотолған.  Әммә тағы ла дүртәүһе һәләк булған. Улар араһында башҡаларҙы уятып ҡотҡарыусы, тик үҙе янғын эсендә ҡалған ҡыҙ ҙа булған. Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә урынлашҡан йортта күп балалы ғаилә йәшәгән. Бөтә балалар ҙа бәлиғ. Хужабикәнең ейәне генә мәктәпкә йөрөгән, ти күршеләре. Бәхеткә күрә, ул иҫән ҡалған.Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, осраҡ буйынса тикшереү бара. Янғын-техник һәм суд-медицина экспертизалары тәғәйенләнгән. Күршеләре һәләк булыусыларҙың спиртлы эсемлектәр менән артыҡ ныҡ мауығыуын да йәшермәй. Шуға күрә электр сымдарының ҡыҫҡа тоташыуы, йәки ут менән һаҡһыҙ тотоноу янғынға килтергәнме — барлыҡ сәбәптәрҙе тәфтишселәр асыҡлаясаҡ. 



Последние новости

Яндекс.Метрика