Торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге юҡ икән, фатирҙы ҡуртымға алып тороу сараһы бар

Граждандарҙың был ҡатламына торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү йәһәтенән яңы дәүләт программаһы старт ала. Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында ошо программаны ғәмәлгә ашырыу буйынса сираттағы ҡарар ҡабул ителде.Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында илдә „Торлаҡ„ „Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ„ һәм „Торлаҡ төҙөлөшөнә йыйылған аҡса„ федераль программалары бойомға ашырыла. Тәүгеһе һуғыш ветерандары, йәш ғаиләләр, инвалид балалар тәрбиәләүселәр өсөн сират буйынса фатир биреүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ программаһы нигеҙендә 2015-се йылда 20 мең квадрат метр торлаҡ файғаланыуға тапшырылған. Быйыл һәм киләһе йылда был һанды 100-ҙән 300 мең квадрат метрға тиклем артырыу бурысы ҡуйылған. Торлаҡты ҡуртымға алыу программаһы иһә әле башланғыс мәлдә генә.



Последние новости

Яндекс.Метрика