Өфө ғалимдары боронғо кешенең йөҙөн һынландырырға ниәтләй

Өфө ғалимдары боронғо ҡала урынында алып барылған археология эштәре барышында табылған баш һөйәге нигеҙендә боронғо кешенең йөҙөн һынландырырға ниәтләй. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.Сармат мәҙәниәтенә ҡараған ҡатын мәйетен төйәгән автомобиль башҡалаға килеп етә алмай, аварияға осрай. Ниндәйҙер мөғжизә ярҙамында ғына кешеләр иҫән ҡала, боронғо ҡатындың һөйәктәре лә  зыян күрмәй.Арҡайым ҡатыны беҙҙең эраның 2-се быуатында йәшәгән, уның менән бергә ҡәберлектә ике ир һөйәктәре лё табылған. 35-40 йәштәге ҡатын юғары ҡатлам вәкиле булған, тип фаразлай ғалимдар. Буйы барлығы 150 сантимметр тирәһе генә була. Серле ханымдың йөҙө ҡәҙимгеләрҙән нисек айырылғанын июнь урталарында ғына белеп буласаҡ. Ошо ваҡытҡа ғалимдар сармат һылыуының ҡиәфәтен күрһәтергә вәғәҙәләй. Сәйер ҡатын һөйәктәре үткән йыл ҡурған ҡәберлегендә табыла. Был табыш шунда уҡ бихисап журналистарҙы йәлеп итә. Бәғзе берәүҙәр уны сит планета кешеһе тип тә һанай. Тик белгестәр әйтеүенсә, сарматтар баш формаһын үҙҙәре үҙгәрткән.Боронғо ҡатындың йөҙөн билдәле палеоантрополог Алексей Нечволода асыҡлай. Баш һөйәгенең күсермәһе буйынса ҡиәфәт яңынан һынландырыла. Генетик анализдар буйынса хатта уның сәс һәм күҙ төҫөн дә әйтеп буласаҡ, ти белгес.Архиологтар Силәбе өлкәһендә урынлашҡан Арҡайым ҡаласығында үҙәнселекле ҡәберлектәргә йыш юлыға. Ҡайһы берҙәре әле тулыһынса тикшерелмәгән. Белгестәр әйтеүенсә,  тикшереүҙәр теүәл үтәлһә, Арҡайым ҡатынының күҙ төҫтәренә тиклем билдәле буласаҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика