Балта менән банкоматҡа

Балаҡатай районында йәшәүсе 27 йәшлек егет өсөн төнөн ҡулаҡса табыу ниәте уңышһыҙ тамамланған. Тәфтишселәр билдәләүенсә, төнгө сәғәт өстә иҫерткес эсемлек бөткәс, ә кеҫәлә аҡса булмағас, егет балта алып банкоматты емерергә килә. Полиция һәм ауылдаштары тапҡыр егетте тап шул мәлдә ҡулға ала. 

Йәш кешенең банкомат экранын балта менән ватыуы яҙмала асыҡ күренә. Был ҡорал ярҙамында аҡса табыуы мөмкин түгеллеген аңлаған егет банкоматты ҡулы менән аҡтарып та ҡарай. Ошо ҡылыҡтарҙы күреп ҡалмаһындар, тигән уй егетте банкомат эргәһенән йә китеп торорға, йә кире килергә мәжбүр итә. Сәйер хәлде машинала үтеп барған ауыл кешеһе күреп, участка полицияһына хәбәр итә. 27 йәшлек егет әле үҙ ҡылығына үкенеп, барыһында ла араҡы тәьҫирен ғәйепләй.
 

 



Последние новости

Яндекс.Метрика