Башҡортостанда хеҙмәткә бәйле ҡанундар үтәләме

Республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә сауҙа кибеттәре буйлап рейд ойошторҙо. Сараның маҡсаты – хеҙмәт кодексының үтәлешен тикшереү. Ошондай рейдтарҙың береһендә хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов ҡатнашты. 

Был һатыусы ике көн генә эшләйем, тип аҡлана. Ә ысынында күпкә күберәк икән. Ҡатын эш биреүселәре менән мөнәсәбәтте боҙмаҫ өсөн документтарын күрһәтергә баш тартты.

Был һатыусы ярты йыл эшләй. Ошо турала хеҙмәт килешеүендә билдәләнгән. Әммә, ул хаталы төҙөлгән. Йәғни, хеҙмәткәрҙең мәнфәғәттәре яҡланмаған.

Рейдтар бушҡа уҙғарылмай. Сөнки, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына  йыш ҡына магазиндарҙа хеҙмәт кодексы үтәлмәй, тигән ялыуҙар килә. Кешеләр эш хаҡы алмауға, һатыусыларҙы йыш алыштырыуға зарлана. 

Барлыҡ магазиндарҙың да бер хужаһы булыуы асыҡланды. Ләкин, уның урынына директоры ғына килде. Ҡатын беҙҙең алда кәрәкле документтарын күрһәтергә теләмәне. Хоҡуҡ һаҡлау органдары фаразлауынса, ҡағыҙҙарҙың барыһы ла теүәл түгел.

Хәҙер, сауҙа кибеттәре хужаһын прокуратураға саҡыртасаҡтар. Уға ярайһы, етди яуаплылыҡ та ҡаралған.

Әгәр, хеҙмәт кодексының айырым пункттары үтәлмәһә, белгестәр яуаплы органдарға мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. 

Тикшереү барышында эш биреүсе һәм хеҙмәткәрҙәр араһында килешеүҙең дөрөҫ төҙөлмәүе асыҡланды. Унда эш хаҡы яҙылмаған һәм отпуск хеҙмәт кодексының талаптары буйынса билдәләнмәгән. Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы осорҙа, хеҙмәт килешеүе төҙөмәү, эш хаҡы түләмәү йә һуңлатыу кеүек ҡанун боҙоуҙар йышыраҡ теркәлә.



Последние новости

Яндекс.Метрика