Өфөлә айырым райондарҙа ирегән ҡар һыуҙары подьездарҙы баҫа

Күләүектәр кешеләргә генә түгел, автомобилдәргә лә йөрөргә ҡамасаулай. Мәсьәлә ҡасан хәл ителер? Альбина Абҡадирова декрет ялында. Көн һайын ҡыҙы менән саф һауа һуларға тип балалар майҙансығына йөрөй. Ләкин, йәш әсәгә подъездан сығып, тәғәйен урынға барып етеүе еңелдән түгел. Октябрь Проспекты 89, кәсер 3 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәрҙең барыһына ла ауырға тура килә. Бигерәк тә оло кешеләр ыҙалана. Улар сүп-сарын сығарып ташлай алмай, сауҙа кибеттәренә лә ҡурҡа ҡурҡа ғына йөрөй. Көндөҙ ҡар иреһә һыу махсус урынға ағып төшөргә тейеш. Әммә, был йорт янында ул йыйылып ята. Хатта подъезд төбөнә тиклем барып етә. Фатир хужалары билдәләүенсә, ошондай хәл бер нисә йыл дауам итә. Өфөнөң башҡа райондарында ла мәсьәлә киҫкен ҡала. Мәҫәлән, Богдан Хмельницкий урамында машиналар кәмә кеүек йөҙөргә мәжбүр. Сипайлово биҫтәһендә лә урам эстәрендә ҙур күләүектәр ята. Ҡар иреһә, һыу медицина һәм социаль учреждениелар алдын да баҫа. Мәҫәлән, был бинала дауахана урынлашҡан. Юлдан кешеләр генә түгел, еңел машиналар ҙа үтә алмай.Кешеләр урындағы торлаҡ-коммуналь хужалығына, район хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп ҡараған. Һуңғы көндәрҙә Өфөлә көндәр йылы тора. 9 мартта һауа температураһы 8 градусҡа тиклем күтәрелде. Ошолай дауам итһә, ҡар тиҙ иреп бөтәсәк. Тимәк, һыу баҫыу тураһында мөрәжәғәттәр ҙә күбәйәсәк. 



Последние новости

Яндекс.Метрика