Бөгөн парламент комиссияһы ултырышында Кушнаренко районындағы ,,Салауат,, ауыл хужалығы кооперативының эше ҡаралды

Парламент комиссияһы вәкилдәре алданған пайсылар мәсьәләһен комитет ултырышында ҡарарға, ә уға тиклем район хакимиәтенән бар тейешле мәғлүмәттәрҙе биреүҙе һорарға һәм ерҙе файҙаланыусы хужалыҡ етәкселеге менән осрашыу үткәрергә ҡарар итте.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Кушнаренко районы Шәрип ауылы халҡы урындағы „Агри„ йәмғиәтен үҙҙәренең пай ерҙәрен законһыҙ нигеҙҙә тартып алыуҙа ғәйепләй. Улар Дәүләт Йыйылышына үткән йылдың июль айында уҡ мөрәжәғәт иткәйне. Әле был мәсьәлә буйынса республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү алып бара. Ер  өсөн көрәш дауам итә. Кушнаренко районы Шәрип ауылы халҡы мәсьәләһе әлегә асыҡ ҡала.