Башҡортостанға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн 273 миллион һумдан ашыу федераль субсидия бүленгән

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев ошо хаҡтағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Аҡса «Иҡтисади үҫеш һәм инновациялы иҡтисад» дәүләт программаһы сиктәрендә бирелә. 9 миллиард ярым һум күләмендәге субсидиялар Федерация субъекттары бюджеттары араһында бүленгән. Уларҙы крәҫтиән-ферма хужалыҡтары ла аласаҡ. Был финанс ярҙамы күрһәтеләсәк бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары даирәһен киңәйтергә мөмкинлек бирә.



Последние новости

Яндекс.Метрика