Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың Орбитал Сайнсез корпорацияһы Рәсәйҙән ракеталар өсөн 8 двигатель һатып алырға ҡарар иткән. Ҡушма Штаттар сәйәсмәндәренең килешеүгә ҡул ҡуйыуға ҡамасаулауына ҡарамаҫтан, Американдар әлегә бар яҡтан да камил көс агрегаттары эшләй белмәй.

Ислам дәүләте террор төркөмсәһе  Ғыйраҡты Таза ауылын утҡа тотҡанда химик ҡорал ҡулланған. 40 кеше тыны ҡыҫылып дауаханаға һалынған. Хөкүмәт ғәскәрҙәре ИГИЛ һуғышсыларынан бер-нисә ауыл һәм ҡаланы азат иткән.

Газа секторы хакимиәттәре Американың Марс концерны етештергән 15 тонна шоколадты юҡ итте. Татлы ризыҡ тәрән соҡорға ташланған һәм бензин һибеп яндырылған.

Владимир ҡалаһында арыҫлан балаһы бәләкәй балаға ташланған. Ғәҙәттән тыш хәл йыртҡысты күсмә зоопаркта йөрөргә алып сыҡҡанда теркәлә. Бауҙа йөрөгән хайуан ҡапыл эргәлә торған баланың үңәсенә йәбешә. Шаһиттар әйтеүенсә, зоопарк хеҙмәткәрҙәре арыҫлан балаһы йөрөргә алып сыҡҡанда бик күп ирек биргән.

Арҡаһына реактив портфель таҡҡан ир Дублиндың Лиффи йылғаһын осоп сығып билдәләнгән майҙансыҡҡа килеп төшкән. Быға тиклем Швейцария уйлап табыусыһы Ив Росси ошондай уҡ реактив портфель менән Дубай өҫтөнән осҡайны.