Өфө мәктәптәре араһында ,,Шаяниум -2016,, конкурсының ярым финалы үтте

Быйыл ул кино йылына арналды. Йәш шаярыусылар менән хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина яҡынданыраҡ танышты.44-се мәктәп уҡыусыһы Мәликә Кәримова конкурста 3-сө йыл ҡатнаша. Бында алған ыңғай тәьҫораттар йыл буйына етерлек көс-дәрт бирә, ти ҡыҙ.Шаяртыуҙар сәйәсәттән башлап балалар баҡсаһына тиклем төрлө тематиканы үҙ эсенә ала. Сценарийҙы команда ағзалары үҙҙәре яҙа. Йыш ҡына үҙебеҙ менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе сәхнәләштерәбеҙ, ти улар.Бала өлкәндәрҙе өс нимәгә өйрәтә ала – сәбәпһеҙ ҡыуанырға, һәр ваҡыт үҙеңә шөғөл табырға һәм үҙ фекереңдә ҡалырға, тигән замандың бер бөйөк кешеһе. Балаларҙа яһалмалылыҡ юҡ. Рус мәктәбендә уҡыусының сәхнәнән саф башҡортса мәҙәк һөйләүе үҙе бер мәртәбә.Алтынсы йыл рәттән ҡатнашҡан „Ҡырғаяҡ„ тар командаһы был юлы еңеү яуламай ҡайтмайбыҙ, беренселек беҙҙә булырға тейеш, тип килгән. Ҡала буйынса үткәрелгән ярым финалға 22 команда килгән. Улар араһынан һайлап алынған 6 командар республика кимәлендә үткәрелгән шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсында ҡатнашасаҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика