Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Анкарала бөгөн террор ғәмәле эҙемтәләрен бөтөрәләр. Хәбәр ителеүенсә, күп кеше йәрәхәтләнгән, һәләк булыусылар тураһында теүәл генә мәғлүмәт юҡ. Теракт именлек мәсьәләһен ҡабырғаһы менән ҡуйып илдә халыҡтың хөкүмәткә баҫымын көсәйткән.

Греция утрауҙары-Яҡын көнсығышта хәрби бәрелештәрҙән ҡасыусылар өсөн Европаға ҡапҡаға әйләнде. Көн һайын Сүриәнән, Ғыйраҡ һәм Афғанстандан меңләгән ҡасаҡ ғүмерҙрен хәүеф аҫтына ҡуйып катерҙарҙа диңгеҙ аша сығырға мәжбүр. Уларҙың күптәре ярға барып етә алмай. Быйыл ғына 400 ҡасаҡ һыуға батып үлгән.

Көньяҡ Кореяның Пусан портында америка менән бергә хәрби күнекмәләр үткәреүгә ҡаршы акция үтте. Демонстранттар Беҙ тыныслыҡ яҡлы, Күнекмәләрҙе туҡтатығыҙ тигән лозунгтар тотоп урамға сыҡты. Хәрби маневрҙа быйыл Американан 17 мең, Көньяҡ Кореянан 300 мең хәрби ҡатнаша.

Төнъяҡ Корея иһә Корея ярымутрауының көньяғын утҡа тотоу менән ҡурҡыта. Ил биләмәһенең бер метры ғына яулап алынһа ла Пхеньян көс ҡулланасағы тураһында белдерҙе.  Ким Чен Ын стратегик ғәскәрҙәрҙе хәрби әҙерлеккә килтерҙе. Ул шулай уҡ илдә күберәк атом ҡоралын һынауҙы үткәрергә ҡушҡан.