Быйыл донъя йәмәғәтселеге Сергей Аксаковтың 225 йыллығын билдәләй

Рус классигының юбилейы һәм уның «Ал сәскә» әкиәте хөрмәтенә беҙҙең телерадиокомпания әҙәби акция башланы. Уның төп маҡсаты – йәш быуында китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу. Ә акция аҙағында йәштәребеҙ  бүләккә Аксаков әҫәрҙәре яҙылған аудио-диск  аласаҡ.  Яҙмалар беҙҙең журналистар һәм республикалағы  билдәле артистар тарафынан әҙерләнә башланы ла инде. Сергей Аксаков әҫәрҙәренең  үҙенсәлеген һәр кем ҡабаттан тоя ала. 29 февралдә беҙҙең  телеканал башлаған Ал сәскә әҙәби акцияһы ошоға йүнәлтелгән дә инде. Күптәр был әкиәтте халыҡ әҫәре тип ҡабул итә. Тимәк,  Аксаков үҙенең таланты, тылсымлы һәм тәмле әҙәби теле менән бер нисә быуын кешеһенең  күңелен яулаған.Өс ай дауамында  « Рәсәй-Башҡортостан », « Рәсәй-24»,  «Рәсәй- Мәҙәниәт » каналдарында яҡташыбыҙҙың ижады – әҫәрҙәренең, әкиәттәренең яҙылыу тарихы,  Аксаковтар ғаиләһендәге билдәле ваҡиғалар  тураһында махсус репортаждар теҙмәһе үтәсәк. Акция быуындарҙың мәҙәни һәм тарихи биттәрен хәтерҙә һаҡлауҙың яҡшы ысул һәм электрон китаптарға күскән йәш быуындың иғтибарын ҡабаттан ҡағыҙ китаптарға йүнәлтеү. Проект Бөтә Рәсәй ДТРК-һының да яҡлауын тапты.  Китап уҡырға яратыусылар марафонын күп кенә  билдәле кешеләр ҙә хупланы. Беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ Мәскәүҙә булып Аксаковтың ижадын яратыусылар менән осрашты.  «Рәсәй- Башҡортостан » каналының  “Ауаз” тапшырыуында тамашасылар  «Ал сәскә » әкиәтенең башҡортса тәржемәһен дә ишетәсәк.  Акцияны йомғаҡлау тантанаһы 1 июнь – Халыҡ –ара балаларҙы яҡлау көнөндә үтәсәк.Шулай уҡ акция сиктәрендә билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр менән осрашыуҙар ойоштороу ҡарала. Улар үҙҙәренең  яратҡан  китаптарын авторгаф менән балалар йорттарына бүләк итәсәк. Бөтәгеҙҙе лә акцияла ҡатнашырға һәм Аксаковтың әҫәрҙәрен уҡырға саҡырабыҙ. 



Последние новости

Яндекс.Метрика