Лайыҡлы хеҙмәт, лайыҡлы эш хаҡы, социаль гарантиялар

Өфөлә Башҡортостан профсоюздар федерацияһының 25-се конференцияһында ҡатнашыусылар бөгөн иртән Стәрлетамаҡта янғында һәләк булыусыларҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды.  Ултырышта хеҙмәтсәндәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлаусы ойошманың биш йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм киләһе биш йыллыҡҡа өҫтөн йүнәлештәр билдәләнде.Конференцияла Республика башлығы Рөстәм Хәмитов йәмғиәттә тотороҡлоҡ тәьмин ителгәндә генә иҡтисади үҫеш һәм именлеккә өлгәшергә мөмкин. Профсоюздар был бурысҡа сирек быуат дауамында эшлекле һәм етди ҡарашын иҫбат итә, тип белдерҙе. Намыҫһыҙ етәкселәрҙең предприятие мәсьәләләрен хеҙмәткәр мәнфәғәттәре иҫәбенә хәл итеү осраҡтарына ныҡлы кәртә ҡуйыу, эш биреүселәрҙең бойороғонан сыға алмаған профсоюз ағзаларына ойошманың абруйын төшөрөргә юл ҡуймау, йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуҙа ҡаршылыҡтар булдырмау кеүек мөһим мәсьәләләр һыҙыҡ өҫтөнә алынды.



Последние новости

Яндекс.Метрика