Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай президиумы ултырышы үтте

Унда илленән ашыу закон проекты ҡаралды. Документтар араһында Башҡортостан ҡаҙнаһына һәм республика юлдарына ҡағылышлылары ла бар.  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Башҡортостандың 2016 йылғы бюджеты тураһындағы закон проектын ҡараны. Документҡа бер аҙ үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителә. Сөнки, ҡаҙнаның килем өлөшө 2 миллиард ярым һумға арта.Парламентарийҙар республика юлдары һәм юл эшмәкәрлеге тураһындағы закон проектына ла туҡталды. Һуңғы осорҙа кешеләрҙең күпселеген был һорау борсой. Депутаттар юлдар торошон йәмәғәт тикшереүенә ҡуйырға тигән мәсьәләне күтәрә.Шулай уҡ, закон сығарыусылар тарихи һәйкәлдәрҙең, ҡомартҡыларҙың хәлен, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағын да халыҡ күҙәтеүе ҡарамағына сығарырға тәҡдим итә.  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың сығышы ҡаралған. Ул республика хөкүмәтенең 2015 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында сығыш яһар тип көтөлә. Ултырышта Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең кандидатураһы ла тикшереләсәк.Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы 24 мартҡа тәғәйенләнде. Унда 6 тиҫтәнән ашыу закон проект ҡарала.



Последние новости

Яндекс.Метрика