Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Владимир Путин Сүриә етәкселегенә экстремистар менән көрәштә ярҙам итеүсе Рәсәй авиацияһының төп өлөшөн был илдән  сығарырға бойорҙо.  Шул уҡ ваҡытта Владимир Путин Тартус һәм Хмеймимда Рәсәйҙең хәрби пункттары үҙ эшмәкәрлеген дауам итәсәк тине.

Анкара үҙәгендәге террор ғәмәлендә һәләк булыусылар ерләнде. Ил етәкселеге киң мәғлүмәт сараларына мәрхүмдәрҙең һәм йәрәхәтләнеүселәрҙең фотоларын баҫып сығарыуҙы тыйған. Төркиәлә именлек саралары көсәйтелде, ғәскәрҙәр тулы әҙерлеккә килтерелгән.

Германия канцлеры Ангела Меркель хөкүмәттең мигранттарға ҡарата сәйәсәте төбәк парламенттарына һайлау йомғаҡтарында сағылыш тапты тип белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта христиан-демократтар берлеге етәксеһе билдәләнгән йүнәлештән тайпылмаясағы тураһында ла әйткән. Ҡасаҡтарға бәйле килеп тыуған хәл дөйөм Европа мәсьәләһе, уны сисеү өсөн берлеккә ингән барлыҡ илдәрҙең дә тырышлығы кәрәк тигән Меркель.

Рәсәйҙә Армата танкы күпләп етештерелә башлай. Хәрби платформа составында Т-14 танкы, БМП Т-15, Т-16 ремонт-эвакуациялау машиналары һәм башҡа бик күп хәрби ҡорал бар. Армата танкы тәүге тапҡыр былтыр  Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам иткәндә Ҡыҙыл майҙан аша үткәйне.