Бөгөн республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡта фажиғә урынына барҙы һәм ашығыс кәңәшмә үткәрҙе

Уның йомғаҡтары буйынса килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн штаб төҙөлдө. Янғында ике фатирлы йорттоң бер яғы ғына зыян күрә, унда шәхси социаль адаптация үҙәге урынлашҡан булған. Һәләк булыусыларҙың шәхестәре асыҡлана.  Әлеге ваҡытҡа фажиғә урынында күсмә криминалистик лаборотория тикшереүҙәр алып бара. Майҙан ҡулсаға алынған, сит кешеләрҙе индермәйҙәр. Беҙгә билдәле булған мәғлүмәттәр буйынса,иртәнге сәғәт алтылар тирәһендә янғын һағы пультына Стәрлетамаҡ ҡалаһының Туҡай урамындағы алтынсы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын һүндереүселәр шунда уҡ фажиғә урынына сыға. Ҡыҙыл әтәс йорттоң икенсе фатирын тулыһынса ялмап алған була. Утты һүндергәс, унда12 кешенең мәйете табылған. Һәләк булған ике ҡатын һәм 10 ирҙең шәхесе әле билдәле түгел. Ике хужаға иҫәпләнгән 8гә 20 метр майҙанлы шәхси йорттың беренсе фатирында бер балалы ғаилә йәшәй. Уларҙың күршеләре әйтеүенсә, ире эштә булған, ә ҡатын стена артында кешеләр ҡысҡырған, батарея торбаларына һуҡҡан тауыштар ишетеп уянған. Ул төтөн еҫен һиҙгәс тә, балаһын алып тәҙрәнән сығып ҡотолған.Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янған бинала наркомандар һәм эскеселәр өсөн социаль реабилитация үҙәге урынлашҡан. Тәҙрәләрендә рәшәткәләр, ә тимер ишектәре бикле булыу сәбәпле дауаланыусылар йорттан сыға алмай, янып үлгән. Бер янғында 12 кешенең һәләк булыуы Стәрлетамаҡ ҡалаһын ғына түгел, бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. Фажиғә урыныда әле тәфтәшселәр, эшләй. Янғын сәбәбтәре асыҡлана. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә Туҡай урамындағы был йортта социаль яраҡлашыу үҙәге урынлашыу тураһында бер нимә лә белмәгәндәр. Был турала хакимиәттең матбуғат хеҙмәте етәксеһе белдергән, тип хәбәр итте бөгөн Өфө бер сәхифәһе.



Последние новости

Яндекс.Метрика