Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда буран сығыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә

Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы хәбәр итте.Бөгөн  республикала урыны менән көслө ел сығасаҡ.Иртәгә төньяҡта бер аҙ, ә көньяҡ райондарҙа көслө ҡар яуасаҡ, урыны менән буран сығасаҡ, юлдарға көрт һаласаҡ, ел секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫәсәк. Ҡотҡарыусылар электр бағаналары, ағастар, реклама таҡталары янынан алыҫыраҡ йөрөргә, юлды аша сыҡҡанда иғтибарлы булырға, водителдәргә йыраҡ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. 



Последние новости

Яндекс.Метрика