Хәйбуллла районы биләмәһендә буранға бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Бер нисә ауыл ҡар яуыу һәм көслө ел арҡаһында ҡамауҙа ҡалған. Муниципаль һәм республика кимәлендәге юлдар ябылған. Шулай уҡ Ейәнсура, Йылайыр һәм Баймаҡ райондарында ла ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле тиҫтәләгән ауылға юл юҡ. Яҙ ике аҙна элек башланыуға ҡарамаҫтан, республиканың көнъяҡ-көнсығыш райондарында әле ҡыш хакимлыҡ итә. Бындай буранды быйыл Урал аръяғы бер нисә тапҡыр күҙәтте. Ғинуарҙың тәүге көндәрендә үк Баймаҡ районында тиҫтәләгән ауыл юлһыҙ ҡалғайны. Коммуналь хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә эшләй, Бөрйән, Учалы, Миәкә, Көйөргәҙе, Йылайыр, Ейәнсура һәм башҡа райондарҙан өҫтәмә техника йәлеп ителгән. Үткән аҙнала көнъяҡтан килгән циклон Хәйбулла, Баймаҡ райондарына көслө ҡар алып килде, хәлде көслө ел ҡатмарлаштыра. Уның тиҙлеге секундына 18 метрға етә.Хәйбулла районында юлды ҡар баҫҡанлыҡтан ҡатын кеше 1 йәшлек балаһы менән ҡар тотҡононда ҡалған. Уларға 12 сәғәткә яҡын ҡотҡарыусыларҙы көтөргә тура килә. Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, бир нисә йүнәлеш буйынса юл әле ябыҡ.Муниципаль һәм федераль юлдарҙың йөҙәрләгән саҡрым өлөшөндә хәрәкәт туҡтаған. Буран тотҡононда ҡалыусылар өсөн ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары ойошторолған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса уҙған тәүлек эсендә генә 20 автомобиль эвакуацтияланған, 100-ҙән ашыу кешегә ваҡытлыса пункттарҙа ҡунырға мәжбүр булған. Ҡотҡарыусылар халыҡҡа үҙҙәре йәшәгән биләмәнән ситкә сыҡмай торорға кәңәш итә. Ҡар тотҡононан ҡотҡарыу өсөн Алкино хәрби часенән махсус техина йүнәлтелгән. 



Последние новости

Яндекс.Метрика