Архангел районында яҙғы ташҡынға ҡаршы тороу буйынса команда-штаб күнекмәләре үтте

Белгестәр фаразлауынса, быйыл Башҡортостанда көслө ташҡын көтөлә.  Шуға ла ҙур йылғалар буйынса урынлашҡан ауылдарҙа  ташҡын һыуҙарын үткәреүгә етди әҙерлек алып барыла. 2013-сө йылда  Оло Инйәр йылғаһында боҙ тығылып Архангел районы Ҡыҙылъяр ауылында  10 йорт һыу аҫтында ҡалғайны.Райондың Абҙан ауылында махсус комиссия эшләй, кәмәләр, ҡотҡарыу техникаһы тағы ла бер тапҡыр тикшерелә.  Ауыл халҡы көндә дежурға сыға. Зимфир Зәйетҡолов һыу баҫыу ҡурҡынысы тураһында ишетеп кенә белмәй. Бындай ғәҙәттән тыш хәлгә өйрәнеп бөткәнбеҙ, шуға ла әллә ни бошонмайбыҙ, ти ул.Ауылды һыу баҫа ҡалһа, кешеләрҙе, малдарҙы күсереү урындары ла билдәләнгән. Эште дөрөҫ башҡарғанда яҙғы ташҡын хәүеф килтермәйәсәк, ти ауыл хакимиәте башлығы.Район дауаханаһын, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын кәрәкле медикаменттар,  ауыл магазиндарын аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән дә тәьмин иткәндәр. Халыҡҡа ташҡын тураһында хәбәр итеү әмәле лә әҙер — Берҙәм диспетчер хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡһа, ул халыҡҡа тауыш көсәйткес аша еткереләсәк.Миҙгел һынауҙары менән көрәшкә махсус техника — полиция, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре лә әҙер. Юлдар үтерлек булһын өсөн урамдарға бер-нисә арба ҡом да бушатылған. Яҙғы осорҙо бәлә-ҡазаһыҙ уҙғарыу, кешеләр ғүмерен һаҡлап ҡалыу, милеккә зыян килтермәү өсөн тейешле сараларҙы ваҡытында күреү айырыуса иғтибарға лайыҡ.Ауылдың аҫҡы урамын йыл һайын һыу баҫа. Абҙан халҡы ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булырға тейеш. Шуға ла бөгөнгө күнекмәләр кешеләр өсөн бик фәһемле булды, тип әйтергә мөмкин.