Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

СУ-34 истребителдәренең тәүге төркөмө Сүриәнән Воронеж янындағы авиабазаға ҡайтты. Аэродромда летчиктарҙы яҡындары һәм туғандары ҡаршы алды. Алты ай эсендә хәрби летчиктар 9 мең осош яһаған. Авиабазаға тик бер пилот ҡына ҡайта алманы. Олег Пашковтың Су-24 самолетын Төркиә бәреп төшөрҙе.

Бынан теүәл биш йыл элек Сүриәлә хөкүмәткә ҡаршы күләмле акциялар башланды. Һуңынан улар граждандар һуғышына әйләнде. Берләшкән Миләттәр ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, унда 220 мең кеше һәләк булған, миллионлаған кеше илен ташлап сығып киткән. Хәҙер килеп 2011-се йылғы ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһе, граждандар һуғышын сит дәүләттәр ойоштороуын танырға мәжбүр.

Аргентинаның яр буйын һаҡлау хеҙмәте Ҡытайҙың балыҡ тотоу судноһын диңгеҙгә батырған. Һәләк булыусылар юҡ, экипаж ҡотҡарылған. Аргентина киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Ҡытай шхунаһы таранға  сыҡҡас, уға ҡарап ут асыла. Ҡотҡарылған моряктарға хәҙер суд алдында яуат тоторға тура киләсәк.

Рәсәй һәм Европаның Экзомарс-2016 аппараттары Марсҡа табан йүнәлде. Улар Ҡыҙыл планетаға октябрҙа барып етәсәк. Һуңынан бер модуль марсҡа төшәсәк, икенсеһе уны орбитанан күҙәтәсәк. Был миссияның төп маҡсаты планетаның атмосфераһын, климатын тикшереү. Күп кенә ғалимдар ҡасандыр Марста тормош булған тип раҫлай. 



Последние новости

Яндекс.Метрика