Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Владимир Пучков Башҡортостанға айырым төркөм ебәрергә ҡарар итте

Махсус комиссия төбәк идаралығы етәкселеге эшмәкәрлегенә баһа бирергә тейеш. Ашығыс ҡарарҙың ҡабул ителеүе Стәрлетамаҡтағы янғынға бәйле. Федераль ведомствоның күҙәтеү департаменты етәкселеге  шулай  уҡ бәлә-ҡазаларҙы иҫкәртеү саралары үтәлешен дә тикшерәсәк. Был кадрҙар фажиғә урынынан. Шишәмбелә сыҡҡан янғында ун ике кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Мәрхүмдәр бөтә ерҙә тимер рәшәткәләр булыу арҡаһында ут эсенән ҡотола алмай.  Бүлмәләргә ике ҡатлы карауаттар ҡуйылған. Был бинала йәнәһе лә нарокомания һәм алкоголизмдан дауаланыусылар йәшәгән. Тәҙрә төптәрендә реклама ҡағыҙҙары. Йорт хужаһы әйтеүенсә, ул торлаҡты шикле ойошмаға ҡуртымға тапшырыуын да белмәгән.  Фажиғә урынын тикшереү органдары вәкилдәре лә ҡарап сыҡҡан. Реклама ҡағыҙҙарында күрһәтелгн телефон һандары буйынса ла шылтыратылған. Асыҡланыуынса, үҙенсәлекле бизнесте “Содействие” тип аталған үҙәк менән бәйле булыусыларҙың ойоштороуы ихтимал. Туҡылдатҡандан һуң, ишекте тап ошо кеше асты. Тик камераларҙы күреү менән, ул йәшеренергә маташты. Тимер сыбыҡлы ҡоймаларҙа реклама ҡағыҙҙары. Тап уларҙа наркомания һәм алкоголизмдан дауаланыу тураһындағы мәғлүмәттәр яҙылған. Был ҡоймалар артында “былшылыҡ” социаль адаптация үҙәге эш алып барыуы тураһында кураторҙарҙың береһе лә аңлатты. Был кадрҙар тағы ла Стәрлетамаҡтан. Шау-шыу яратҡан күршеләренән  ыҙа сигеүселәр тәртип һаҡсыларын  да саҡыра. Ишекте тик полиция хеҙмәткәренә генә асалар. Фатирҙа йәшәүселәрҙең барыһының да үткәне ҡараңғы булып сыға.Фатирҙа йәәшүселәр әлеге лә баяғы йәшеренергә тырышҡан. Ҡалғандары иһә насар ғәҙәттән дауаланыу юлы менән ҡотолорға ниәтләүен әйтә.  Тап ошо сәбәпле улар айырым ойошмаға берләшә лә инде.  Енәйәт эше буйынса әле социаль үҙәк етәкселәренең береһе тикшереүселәр һорауҙарына яуап биреүе ихтимал. Стәрлетамаҡтағы янғынға бәйле ике енәйәт эше ҡуҙғатылған. 



Последние новости

Яндекс.Метрика