Континенталь хоккей лигаһының көнсығыш конференцияһында уйнаусы "Металлург" финалда, дәғүәсеһен көтә

Салауат Юлаев иһә серияны Өфөгә алып ҡайта.  Кисә Омскиҙа «Авангард» менән 5-се уйын үттә. Осрашыу Авангард файҙаһвна 3-кә 2 иҫәбенә тамамланды, юлаевсылар финалға алдан үтеү мөмкинлеген файҙалана алманы. Шулай итеп, серияла иҫәп яҡташташтарыбыҙ файҙаһына 3-2. Иртәгә Өфөлә командалар алтынсы уйын уҙғара. Игорь Захаркин тәрбиәләнеүселәре еңгән осраҡта Гагарин кубогының ярымфиналында Металлург менән финалға сығыу өсөн көрәш башлай. Көнбайыш конференцияла ЦСКА финалға үтте, СКА менән Динамо араһында серияла иҫәп 3-кә 2. 



Последние новости

Яндекс.Метрика