Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы үҙенең һөнәри байрамын билдәләй

Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы үҙенең һөнәри байрамын билдәләй. Был системаның төп бурысы — йәмғиәтте енәйәтселәрҙән ышаныслы һаҡлау ғына түгел, шулай уҡ ҡасандыр закон боҙғандан һуң төҙәлеү юлына аяҡ баҫҡандарға ярҙам күрһәтеү ҙә. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина репортажында.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарында енәйәт-башҡарыу системаһы социаль әһәмиәтле, үҙенсәлекле бурысты үтәй. Туҡһан йәшен билдәләгән Александр Сергейчев утыҙ йылға яҡын ғүмерен Шаҡша биҫтәһендә урынлашҡан 3-сө ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына бирә.

Александр Родион улы 1943- сө йылды һуғышҡа алына. Бөйөк Ватан һуғышын ҡайтҡандан һуң  Благовещен, Бөрө ҡалаларында эске эштәр тармағында эшләй.

Яза башҡарыу хеҙмәте системаһы заманса йыһазландырылған  Холоҡ төҙәтеү учреждениеһында 150 видеокамера урынлаштырылған. Интернет аша күҙәтеү, кешене бармаҡ эҙҙәренән танып белеүсе  система ла уңышлы эшләй.

әшәткә артындағыларҙың күбеһе — хөкөм эскәмйәһенә бер нисә тапҡыр ултырған кешеләр. Күпселек осраҡта 5—10 йылға хөкөм ителгәндәр. Рәсәйҙә енәйәт сәйәсәте бер аҙ йомшартылғандан һуң, яза биреү даирәһе лә киңәйә.

Көн һайын енәйәтселәр менән күҙгә-күҙ осрашыу, аралашыу, әлбиттә, еңелдән түгел. Шуға ла был өлкәлә эшләүселәр физик һәм психологик яҡтан көслө, ныҡлы, тотороҡло булырға, айыҡ аҡыл менән эш итергә, хис-тойғоларын йүгәнләй белергә тейеш, ти бында хеҙмәт итеүселәр.



Последние новости

Яндекс.Метрика