Иглин районында пряник һәм печеньелар тейәгән йөк машинаһы ауған

Шулай итеп, 17 тонналыҡ татлы йөк юл ситенә осҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, двигатель төҙөк булмау сәбәпле ауыр йөк машинаһы кюветҡа төшөп киткән.  Водителдәр әйтеүенсә, йөк миллион һумға страховкаланған булған.